Бөгөн, 26 июнь көнө, Муйнаҡ урта тулы дөйөм белем биреү мәктәбе 9 класты тамамлаған үҙ... — 27 июня 2026 г. в 01:01:41.325
Бөгөн, 26 июнь көнө, Муйнаҡ урта тулы дөйөм белем биреү мәктәбе 9 класты тамамлаған үҙенең уҡыусыларына тулы дөйөм белем мәктәбен тамамлауҙары тураһында аттестат тапшырыу тантанаһына йыйылды. Был мөһим тантананы Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Бикмөхәмәтова Г. Р. һәм Хәмиҙуллина З.Ғ. бик ихлас алып барҙылар. Мәктәп директоры Ҡотошова Г. Ҡ. , класс етәкселәре Шәрипова М. Х. ҡулдарына аттестат алған һәр уҡыусыға үҙҙәренең йылы теләктәрен белдерҙеләр, ә атай - әсәйҙәр, үҙ сиратында, уҡытыусылар коллективына йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. . Йыр- моң, уйындар менән үрелеп барған был саранан ата- әсәләр балалары өсөн ҡыуанып, ғорурланып таралышты. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!

