МОБУ СОШ д. Верхний Муйнак МР Зианчуринский район
Образование · 30 января 2026 г.
Ленинград блокадаһы. 900 көн ҡамауҙағы батырлыҡ.
Ленинград блокадаһы. 900 көн ҡамауҙағы батырлыҡ. 27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы Үрге Муйнаҡ мәктәбендә уҡыусыларҙы ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында «Ленинград блокадаһы…» исемле патриотик тәрбиә сәғәте үтте. Уҡыусыларҙы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға — Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң, уларҙың иғтибарына “900 көн” исемле фильм тәҡдим ителде. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.