МОБУ СОШ д. Верхний Муйнак МР Зианчуринский район
Образование · 22 октября 2026 г.
Ағастар ултыртабыҙ
Ағастар ултыртабыҙ Алмағастар ултыртабыҙ Мәктәптең эргәһенә. Мәктәбебеҙ күмелһен, тип. Уның күләгәһенә. «Үҙең тураһында иҫтәлек ҡалдырырға теләһәң - ағас ултырт», ти халыҡ мәҡәле. Үрге Муйнаҡ мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр 20 октябрҙә ағас ултыртыу өмәһенә сыҡты. Улар киләсәк быуынға үҙҙәре тураһында яҡшы иҫтәлек ҡалдырҙы тип әйтһәң дә була. Тиҙҙән беҙҙе шатландырып, үҫеп килгән алмағастар мәктәп баҡсаһын биҙәйәсәк. Әлбиттә, бының өсөн уларҙы һаҡларға кәрәк буласаҡ. Ә әлегә, улар тырышып-тырышып йәшел үҫентеләр ултыртты.