Хәйерле иртә! ☀️🌿 — 8 июня 2026 г. в 02:37:45.680
Хәйерле иртә! ☀️🌿 Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ! Урал батыр аманатын бер ҡасан да онотмайыҡ, дуҫтар. Бөгөн Урал батыр эпосы көнө. "Урал-батыр" эпосы - башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы, ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Эпос күп мең йылдар дауамында формалашҡан. Текст быуындан-быуынға ауыҙҙан-ауыҙға күсә килгән. 📍 Башҡортостан Башлығы Указы менән "Урал батыр" эпосы көнө 8 июндә билдәләнә.

