Рус теле көнө йыл һайын 6 июндә билдәләнә. Был көн шағир Александр Пушкиндың тыуған көн... — 6 июня 2026 г. в 08:44:18.411
Рус теле көнө йыл һайын 6 июндә билдәләнә. Был көн шағир Александр Пушкиндың тыуған көнө менән тап килә һәм Пушкин көнө тип тә атала. Рус теленә бәйле һандар һәм факттар: 📚Был тел донъяла ҡытай теленән ҡала иң ауырҙан һанала. 📚Статистикаға ярашлы, бөгөн донъяла 144 миллион самаһы кеше өсөн рус теле туған тел булып һанала. 📚33 илдә 300 миллионға яҡын кеше был телдә аңлаша, һөйләшә белә. 📚Донъяла таралыу буйынса рус теле – 6 урында. Унан алда инглиз, ҡытай, хинди, урду, испан һәм ғәрәп телдәре. 📚Халыҡ-ара йыһан станцияһында эшләйәсәк космонавтарға рус телен мотлаҡ өйрәнеү талабы ҡуйыла.

