21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. ☀☀☀Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс...
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. ☀☀☀Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юғалыу сигендә. Ғәзиз башҡорт телебеҙгә һөйөүҙәрен арттырыу һәм белемдәрен нығытыу маҡсатында , тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Әлфиә Наил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгөнә Хәйҙәр ҡыҙы менән берлектә , 6-9 класс уҡыусылары өсөн викторина уҙғарҙы. Балалар төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, башҡорт мәҡәлдәрен иҫкә төшөрҙөләр, һуңынан күмәкләшеп, Рәми Ғәриповтың "Тыуған тел" шиғырын һөйләнеләр. Сара бик файҙалы һәм фәһемле булды.