14 февралдә Красноусолда "Рәсәй саңғы юлы-2026" уҙышы булып үтте.
14 февралдә Красноусолда "Рәсәй саңғы юлы-2026" уҙышы булып үтте. Иҫке телевышка янындағы саңғы трассаһында төрлө йәштәге саңғысылар йыйылдылар. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттеләр. Үҙҙәренең йәш төркөмөндә Исмагилов Рамазан һәм Исхакова Эльвина 1се урын, Исмагилова Фатима 2се , Исмагилова Клара 3се урын яуланылар! Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!