Мәктәбебеҙҙә Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200йыл тулыуға арналған берҙәм дәрес уҙҙы. — 29 января 2026 г. в 02:05:40.253
Мәктәбебеҙҙә Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200йыл тулыуға арналған берҙәм дәрес уҙҙы. Ғәли Соҡорой-башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған,үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе һәм күренекле дин әһеле дәрәжәһендә оло ихтирам яулаған тарихи шәхес.Уның ғәйәт бай,үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап,яңы баҫҡыс булып тора. Шағирҙың ижадына тормошсанлыҡ,донъяуи дөрөҫлөк,мәғрифәтселек һәм дини әҙәбиәткә ҡыйыу мөрәжәғәт итеү,шулай уҡ суфыйсылыҡ элементтары хас.Шул уҡ ваҡытта уның шиғриәтендә ,сәсмә әҫәрҙәрендә милли тойғо,башҡортлоҡ рухы көслө сағыла.Ике быуат элек ижад иткән милләттәшебеҙҙең берҙәмлеккә,белемгә,рухи үҫешкә өндәгән һүҙҙәре әле лә актуаль. Республикабыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү,ижадын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. #ГалиСокорой200

