Беҙҙең мәктәп уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала бик матур с... — 21 января 2026 г. в 13:07:55.863
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала бик матур сығыш яһап,Ғафури районының данын күтәрҙеләр.Бына улар:9 класс уҡыусылары Илһам Рәхимов,Рәдиф Вәлиев,11класс уҡыусылары Айгөл Рәхимова,Зарина Вәлиева. Телһөйәр,илһөйәр уҡыусылар араһында уҙғарылған мәртәбәле ярышта 11класс уҡыусыһы Айгөл Рәхимова еңеүсе исеменә лайыҡ булды,9 класс уҡыусыһы Илһам Рәхимов призер тип танылды.Рәдиф менән Заринала яҡшы белемдәрен күрһәтеп,һәйбәт балдар йыйҙылар.Туған телгә һөйөү,ихтирам тәрбиәләгән уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләренә,уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Афариндар !!!Артабан да уҡыусыларыбыҙға тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

