17 апрелдә беҙҙең мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар менән берлектә “Башҡорт теленән халыҡ-...
17 апрелдә беҙҙең мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар менән берлектә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026” акцияһында ҡатнашты. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү. Был сара Милли кейемдәр көнөнә тап килгәс, тағы ла байрамса сағыу төҫ алды. Балалар баҡсаһының кесе тәрбиәсеһе Күсәпҡолова Рима Сәйфетдин ҡыҙы Зөлфиә Ханнанованың “Доға ҡылам” исемле шиғырын бик матур уҡып, телебеҙҙе һаҡларға, илдең, милләттең киләсәге уҡыусылар ҡулында икәнен һөйләп үтте. Акцияла ҡатнашыусылар М.Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” исемле тексын бик ҡыҙыҡһынып яҙҙылар, үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡаранылар, ә сара аҙағында ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнделәр.