Мәктәптә 1 класс уҡыусылары беренсе уҡытыусылары Наилә Ғүмәр ҡыҙы менән «Әлифба байрамы... — 12 февраля 2026 г. в 18:10:31.931
Мәктәптә 1 класс уҡыусылары беренсе уҡытыусылары Наилә Ғүмәр ҡыҙы менән «Әлифба байрамы» үткәрҙеләр. Байрамға балаларының шатлыҡтарын уртаҡлашырға ата-әсәләр ҙә килделәр. Уҡыусылар мәктәпкә килгәне бирле ниндәй һөнәрҙәргә эйә булыуҙарын күрһәттеләр: китап уҡыу ғына түгел, яҙырға ла, йомаҡтар сисергә лә, мәҡәлдәр уҡып мәғәнәһен аңлатырға ла өйрәнгәндәр. Хатта йырлап-бейеп ата-әсәләренә күңелле ял ойошторҙолар. Байрам аҙағында үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен ҡәҙерлеләренә бүләк иттеләр. Байрам бик матур, ихлас, ойошҡанлыҡ менән үтте. Класс етәксеһе Наилә Ғүмәр ҡыҙына, уның уҡыусыларына, байрамды тағы ла йәмләндереп ебәргән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!

