23 февраль - Ватанды Һаҡлаусылар көнө. Ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған ил именлеге һағында т... — 21 февраля 2026 г. в 07:00:20.271
23 февраль - Ватанды Һаҡлаусылар көнө. Ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған ил именлеге һағында тороусылар, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр байрамы. Матур байрам алдынан Йөйәк мәктәбенең 2-се класында "Ватанды һаҡлаусылар көнө" тигән асыҡ класс сәғәте үткәрелде.Сара барышында байрамдың килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Әрме хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Атайҙары, олатайҙары тураһында һөйләнеләр.Байрамға ҡағылышлы шиғырҙар,дәртле йыр барыһының да күңеленә хуш килде.

