15 февраль Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Тыуға... — 22 февраля 2026 г. в 20:02:12.678
15 февраль Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Тыуған еребеҙ күп һанлы һуғыштар кисергән. Уның тарихының мөһим биттәренең береһе - Афған һуғышы. Афған беҙҙең ауылыбыҙҙы ла урап үтмәй, һигеҙ ауылдашыбыҙ үҙҙәренең хәрби бурысын Афған ерендә үтә. Бәхеткә күрә уларҙың барыһы ла тыуған төйәгенә имен - һау әйләнеп ҡайта. Бөгөн улар - ул, ҡыҙҙар үҫтергән хөрмәтле атайҙар, ейән - ейәнсәрҙәр һөйгән яратҡан олатайҙар, матур донъя ҡороп, тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың да аралары һирәгәйә. Бөгөнгө көндә өс афғансыбыҙ арабыҙҙа юҡ (Шаһивәлиев Н., Ғәләүетдинов Р., Хәлилов Ғ.). Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл. Ошо байрам уңайынан уҡыусыларҙа Афған ерендә хеҙмәт иткән ауылдаштарға ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тәрбиләү маҡсатында Йөйәк мәктәбенең 7-се класында ,,Афған ере - йөрәк яраһы" темаһына асыҡ класс сәғәте үткәрелде. Уҡыусылар Афған һуғышы тарихы менән танышып, ул дәшһәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе яугир - ауылдаштарыбыҙ хаҡында белделәр. Класс сәғәтендә һүҙ һағыш, юғалтыу әсеһе һәм батырлыҡ тураһында барҙы. Уҡыусылар ,,БАТЫРЛЫҠ", ,,ТЫНЫСЛЫҠ" һүҙҙәренең төшөнсәһенә аныҡ яуап бирҙе һәм егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә оҙатҡан йолалар менән танышты. Уҡыусылар афғансы- яугирҙар тураһында эҙләнеү эштәрен уҡып ишеттерҙеләр. Мәктәп музейына ,, Һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә" - тип исемләнгән буклет бүләк иттеләр. Йылдар үтә, донъяға яңы быуындар килә, әммә илебеҙ тарихын беребеҙҙең дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен, шулай уҡ МХО барған Украина ерендә һәләк булған, ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйеп, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

