Башҡортостанда көндәр тағы ла ямғырлы буласаҡ. Йәйге айҙарҙан нимә көтөргә? Синоптиктар... — 2 июня 2026 г. в 07:14:26.546
Башҡортостанда көндәр тағы ла ямғырлы буласаҡ. Йәйге айҙарҙан нимә көтөргә? Синоптиктар яҡынса фараз бирҙе. «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы аҙнала Урал өҫтөндә циклон өйөрөлөсәк, был иһә үҙе менән мул яуым-төшөм алып киләсәк. Урыны менән йәшен йәшнәүе һәм ҡапыл көслө ел сығыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы ни бары +19, +21 градусҡа тиклем генә йылынасаҡ. Дөйөм алғанда, июнь ниндәй буласаҡ? Рәсәй Гидрометүҙәге күҙаллауынса, Башҡортостанда июндә уртаса айлыҡ һауа температураһы климат нормаһы сиктәрендә — +17,4 градус тирәһе көтөлә. Ә бына яуым-төшөм менән көтөлмәгән хәлдәр булыуы мөмкин: уның күләме норма кимәлендә йәки хатта унан да күберәк буласаҡ, тип фаразлана. Июль һәм август айҙарына килгәндә, метеорологтар яҡшыраҡ фараз бирә. Росгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 65–70 процент ихтималлыҡ менән июль ғәҙәттәгенән йылыраҡ буласаҡ (норма +17, +21 градус тәшкил итә). Август та, үҙ сиратында, температура күрһәткестәре буйынса климат нормаһына яҡын буласаҡ йәки уны бер аҙ үтеп китә

