❤️💍❤️2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде, шул айҡанлы Яң... — 1 августа 2026 г. в 06:34:46.073
❤️💍❤️2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде, шул айҡанлы Яңауыл ауылында әһәмиәтле саралар үткәрелә . Йәмле йәй никахтарға, туйҙарға бай. Ошо көндәрҙә Фирҙәүес һәм Рафаил Нуримановтарҙың татыу һәм матур ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булды - улдары Азат һәм килендәре Яҙгөл сәстәрен-сәскә бәйләне. "Серҙәштәр"ойошмаһы ҡыҙҙары килен төшөрөү, һыу юлы күрһәтеү йолаһында ҡатнашты. Гөлсинә Нуриманова бүләккә йыр башҡарҙы. Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

