Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр — 18 августа 2026 г. в 10:18:16.439
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр 🚁 Радий Хәбиров, 40 осош яһап, Шишмә районындағы маркетплейс келәтенә 200 тоннаға яҡын һыу ташыған Ка-32 вертолеты экипажына һәм янғын һүндереүселәргә рәхмәт белдерҙе. Бында, пилотһыҙ осоусы аппарат ҡолағандан һуң, майҙандарҙың 90 процентын һаҡлап ҡалыуға ирешкәндәр. Ут 200 мең квадрат метрлы бинаның яҡынса ундан бер өлөшөн зарарлаған. 🥇 Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Полина Дмитриева Хорватияла юниорҙар араһында Европа чемпионатында бер юлы биш миҙал яуланы. Чемпионатта Рәсәйҙең абсолют чемпионы статусында ҡатнашып, тренеры Елена Кайгулова етәкселегендә ул 4 алтын һәм 1 көмөш миҙал яулауға иреште. 🏆 Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы дауам итә. Ишкәкле слалом буйынса ярыштарҙа Алһыу Минәзова көмөш миҙал яуланы. Рапиралы фехтованиела республиканың икенсе командаһы – алтын, беренсеһе көмөш миҙалға лайыҡ булды. Дөйөм зачетта Башҡортостан спортсылары иҫәбендә – 3 алтын, 2 көмөш һәм 3 бронза миҙал. 💯 Күмертауға эш сәфәренән һуң Башҡортостан Башлығы юлдар торошон маҡтаны. Төҙөлөш һәм ремонт эштәре яҡшы бара, ә муниципалитет аҡса таба һәм ресурстарҙы йүнәлтә белә, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров шулай уҡ, вертолеттар сығарыусы «КумАПП» предприятиеһын йәнләндереүгә өлгәштек, һәм ул бөгөн иҡтисади тонусын һаҡлап ҡала, тине. 🚑 «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә «Сәләмәтлек поездары» был аҙнала Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Өфө райондарында эшләй. Мобиль медицина бригадалары «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында табиптар 160 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән, 8 меңдән ашыу сир асыҡлаған. ⛲ Башҡортостан – төҙөкләндереү буйынса йәнә алдынғылар рәтендә. 2027-2028 йылдарҙа Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Благовещенда, Яңауылда һәм Малаяҙҙа Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 5 проектты тормошҡа ашырасаҡтар. Республиканың торлаҡ-коммуналь хажалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, ошо программа ярҙамында төбәк картаһында 31 яңы йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килгән дә инде. 🏥 Өфөлә яңы ҙур балалар дауаханаһы талап ителә. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына урын һайларға һәм проектлауҙы башларға ҡушты. Республика Башлығы әйтеүенсә, яңы учреждениеның кәрәклеген табиптар үҙҙәре лә раҫлай. Проектты тормошҡа ашырыу ғаиләләргә медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырырға һәм сират көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк. 🌾 Республика аграрийҙары 9,4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған – был уҙған йылға ҡарағанда 1,7 миллиардҡа күберәк. Урып-йыйыу эштәре һауа торошо менән бәйле бара: 1,5 миллион тоннаға яҡын ашлыҡ һуғылған, баҫыуҙарҙың 36 проценты йыйып алынған. Ужым культуралары әҙер тиерлек – 93 проценты һуғылған. Бер үк ваҡытта ужым культураларын сәсеү башланды һәм мал аҙығы әҙерләнә. 📚 Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе 21 августа Ишембайҙа үтәсәк. Башҡортостан Башлығы быға тиклем республиканың идара итеү командаһы вәкилдәренә 1 сентябрҙә мәктәптәрҙә тантаналы сараларҙа ҡатнашырға, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотларға ҡушыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

