Муниципальное бюджетное учреждение музей З. Биишевой
Без категории · 5 мая 2026 г.
☀️ҺЫНАМЫШТАР — 5 мая 2026 г. в 03:40:55.772
☀️ҺЫНАМЫШТАР 🌿Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр. 🌿Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр. 🌿Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт. 🌿Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр. 🌿Болот юлланып торһа – ямғырға. 🌿Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр. 🌿Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр. 🌿Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс. 🌿Торна бейеһә, һауа йылыныр. 🌿Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа. 🌿Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә. 🌿Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр. 🌿Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр.

