Муниципальное бюджетное учреждение музей З. Биишевой
Без категории · 3 мая 2026 г.
✅Һеҙҙең иғтибарға арҙаҡлы башҡорт прозаигы, шағирә, драматург һәм тәржемәсе, СССР Яҙыус... — 3 мая 2026 г. в 05:54:49.789
✅Һеҙҙең иғтибарға арҙаҡлы башҡорт прозаигы, шағирә, драматург һәм тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева һүҙҙәренә яҙылған йыр тәҡдим итәбеҙ. Композитор Рафиҡ Сәлмәнов көйө, Ғәли Хәмзин башҡара. 🌺ХӘЙЕРЛЕ КӨН! Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн, Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн Йөкләп барған ирҙәр, уландар! Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар, Донъя күрке - изге әсәләр! Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар, Ер биҙәге - яҙғы сәскәләр. Хәйерле көн, имен-аманлыҡта Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ. Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып, Балҡып торһон тыуған илебеҙ! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар

