📚 Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр!
📚 Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр! Иртәгә, 18 августа, сәғәт 12:00-дә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында билдәле драматург Рәлиф Кинйәбаевтың «Олатай мираҫы» һәм «Һайланма пьесалар» китаптарының исем туйы үтәсәк. Сарала билдәле яҙыусылар, авторҙың ижадташ дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ актерҙар һәм йырсыларҙың сағыу сығыштары көтә. Кисәлә яңы ғына донъя күргән китаптарҙы һатып алыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Әҙәбиәт, театр һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе матур сарала көтөп ҡалабыҙ! 📍 Адрес: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14. 🎟️ Инеү ирекле. 18 августа в Национальном музее Республики Башкортостан состоится презентация книг известного драматурга Ралифа Кинзябаева Начало в 12.00 Вход на мероприятие свободный.