«Ҡояшҡай» уртансылар һәм «Ҡыңғырау» икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Башҡорт балы һәм бал ҡ... — 24 апреля 2026 г. в 08:33:39.663
«Ҡояшҡай» уртансылар һәм «Ҡыңғырау» икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Башҡорт балы һәм бал ҡорттары миҫалында, Башҡортостандың йолалары һәм тәбиғәт үҙенсәлектәре менән таныштырыу маҡсатында «Шифалы бал» темаһына шөғөл үткәрелде. Балалар Башҡортостандың бөтә донъяға үҙенең балы менән дан тотоуын белделәр, солоҡ, умарта, умартасы, кәрәҙ яңы һүҙҙәр менән таныштылар, бал тураһында шиғыр өйрәнделәр. Бал ҡорттарының тормошо, уларҙың тәбиғәттәге роле тураһында йәнһүрәт ҡарағандан һуң, кескәйҙәр бал ҡорто һүрәтен буяп, белемдәрен нығытып ҡуйҙы. Өҫтәмә белем биреү педагогы Жуламанова Н.Й.

