Беренсе сентябрь көнө — 1 сентября 2026 г. в 08:28:53.981
Беренсе сентябрь көнө Аса ишеген мәктәп Балалар ағыла унда Шау-гөр килеп, күмәкләп. Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Беҙ ҙә бөгөн "Аҡбуҙат" һәм "Аҡ сәскә" төркөмө кескәйҙәрен "Белем көнө" байрамы менән таныштырҙыҡ. Маҡсат итеп: әңгәмә, уйын барышында дуҫлыҡ, иғтибрлылыҡ, ярҙамсылыҡ сифаттарын булдырыу ҡуйылды.

