26 август Рәсәйҙә рәсми булмаған "Бәрәңге көнө" билдәләнә. — 28 августа 2026 г. в 03:05:35.228
26 август Рәсәйҙә рәсми булмаған "Бәрәңге көнө" билдәләнә. Шул уңайҙан, "Ҡыңғырау", "Ҡояшҡай" һәм "Миләшкәй" төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре менән ҡыҙыҡлы белем биреү эшмәкәрлеге үткәрелде. Балалар бәрәңгенең әһәмиәте, килеп сығышы, файҙылығы һәм ризыҡтар менән таныштылар, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнде. Дидактик уйындар уйналды: «Бәрәңгенең күләгәһен тап», «Һабаҡ һәм тамыр», «Бәрәңгенән ризыҡтар». Эшмәкәрлек балаларҙа яҡшы кәйеф булдырҙы һәм уларҙың белемен киңәйтте.

