13 мартта Өфөлә башҡорт теленән "Аҡмулла олимпиадаһының" йомғаҡлау этабы үтте. Федераль... — 3 апреля 2026 г. в 18:35:16.048
13 мартта Өфөлә башҡорт теленән "Аҡмулла олимпиадаһының" йомғаҡлау этабы үтте. Федераль статусҡа эйә булған был олимпиадала беҙҙең мәктәптән 3 уҡыусы ҡатнашты. Бының өсөн улар тәүҙә һайлап алыу этабын үттеләр һәм юғары балдар йыйып, йомғаҡлау этабында ҡатнашыу хоҡуғын алдылар. Бөгөн, ниһайәт, олимпиада һөҙөмтәләре билдәле булды. 8В класы уҡыусыһы Азаматова Гөлирә еңеүсе, Атанова Диана (8В) һәм Ишмөхәмәтова Алһыу (9б) (уҡытыусылары Вәлитова Д.З.) призер исеменә лайыҡ булдылар. Афарин, телһөйәр ҡыҙҙар! Киләсәктә лә тик юғары уңыштарға өлгәшегеҙ, туған телегеҙҙе яратығыҙ һәм ҡәҙерләгеҙ!

