Яңы осрашыуҙарға тиклем, «Башҡортостан ынйылары»! — 3 апреля 2026 г. в 18:33:38.032
Яңы осрашыуҙарға тиклем, «Башҡортостан ынйылары»! Беҙҙең мәктәбебеҙҙең «Етегән» балалар театры Әлшәй районында үткән «Башҡортостан ынйылары» уҡытыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән театр-фольклор коллективтарының республика конкурс-фестивалендә ҡатнашып, ҙур уңыштар менән әйләнеп ҡайтты. Был мәртәбәле сарала улар Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөк күрһәтеп, «Иң шәп сәхнәләштереү» номинацияһына лайыҡ булдылар. Шулай уҡ Кендек ролен башҡарыусы Ильяс Байғужин «Йәншишмә» республика гәзитенең «Өмөт» номинацияһын яуланы. Коллективтың етәксеһе Айгөл Рәшит ҡыҙы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Афарин, «Етегән»! Артабан да яңы бейеклектәр яуларға яҙһын!

