Официальный канал МБДОУ Детский сад № 3 "Шатлык" с. Акъяр
Лайфстайл · 28 августа 2026 г.
Ғаилә — тормоштоң терәге! — 28 августа 2026 г. в 08:19:45.132
Ғаилә — тормоштоң терәге! Һәр ғаилә — үҙенсәлекле донъя. Уның үҙ тарихы, үҙ ҡиммәттәре, үҙ йолалары бар. Бөгөн беҙ һеҙҙе Айдашевтар ғаиләһе менән таныштырырға теләйбеҙ. Алмаз Рәфҡәт улы һәм Гөлсәсәк Миңлеғәле ҡыҙы ике ул тәрбиәләп үҫтерә: өлкәне — Ислам, кесеһе — Нуритдин. Ата-әсә балаларына бәләкәй саҡтан башҡорт халҡының йолаларын, туған телгә мөхәббәт уятырға тырыша. Улар сәңгелдәктә бәүеткәндә бишек йырҙары йырлай, балаларын милли рухта тәрбиәләй. Ғаиләлә тик башҡорт телендә генә аралашыу ҙа уларҙың телгә ҡарата хөрмәтен күрһәтә. Айдашевтар өсөн иң мөһиме — бер-береңде аңлау, яҡын кешеңдең ярҙамын тойоу. Улар ышана: ғаиләлә бәхетле булһаң, тормошта күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин, хатта яңы таланттар ҙа асыла. Карьера ла, матди ҡиммәттәр ҙә мөһим, әммә Айдашевтар өсөн ғаилә бәхете беренсе урында тора. Өлкән улы Ислам «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә баҡсала үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Аллаға шөкөр, улдарының һәләттәре арта бара. Ата-әсә иң элек балаларының имен-һау булыуын, тормошта һәр нәмәгә мөхәббәт күҙлегенән ҡарауын теләй. Гөлсәсәк Айдашева былай тип йомғаҡлай: «Ғаилә — ышаныс биреүсе таяныс, алға әйҙәүсе көс. Ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтле байлыҡ». Ошондай ҡиммәттәргә таянып, Айдашевтар бөгөн дә үҙҙәренең матур ғаилә традицияларын һаҡлай һәм киләсәк быуынға өлгө булырға тырыша.

