ОФИЦИАЛЬНЫЙ КАНАЛ МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ МР ХАЙБУЛЛИНСКОГО РАЙОНА РБ
Новости · 12 сентября 2026 г.
Рәсәй кимәлендә оло еңеү. — 12 сентября 2026 г. в 04:29:44.460
Рәсәй кимәлендә оло еңеү. Альбина Шәрипова илдең иң көслө 5 пҽдагог сафында. "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" V Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Альбина Шәрипова бөтә илдән килгән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының 46 тәрбиәсеһе араһында иң яҡшы педагог тип танылды. Был баҡсала Альбина Илдус ҡыҙы 2013 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен балаларға туған телде өйрәтеүгә һәм милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергән тәжрибәле һәм юғары квалификациялы белгес итеп танытты. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, Альбина Шәрипова күп балалы әсәй, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй. Альбина Илдус ҡыҙын еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Уға артабанғы педагогик эшмәкәрлегендә яңынан-яңы уңыштар, илһам, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

