ОФИЦИАЛЬНЫЙ КАНАЛ МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ МР ХАЙБУЛЛИНСКОГО РАЙОНА РБ
Новости · 12 сентября 2026 г.
Воспитатель из Башкортостана победила во Всероссийском профессиональном конкурсе "Лучши... — 12 сентября 2026 г. в 02:40:40.192
Воспитатель из Башкортостана победила во Всероссийском профессиональном конкурсе "Лучший учитель родного языка и родной литературы". Альбина Шарипова из детского сада № 3 "Шатлык" села Акъяр Хайбуллинского района стала первой среди 46 воспитателей дошкольных образовательных организаций со всей страны. БАЛАҢА Башҡортса көйлә балаңа — Бишектән һеңә моңдар. Сабый саҡтан ишеткәнен Ул ғүмер буйы тыңлар. Башҡортса өндәш балаңа — Хәйерле көндәр телә. Әсәй башҡортса һөйләшһә, Бала башҡортса белә. Атай башҡортса һөйләшһә, Бала аңлай үҙ халҡын. Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа Ата - бабалар хаҡын. Әкиәт һөйлә балаңа — Унда батырҙар еңә. Яҡшылыҡ маяҡ булыуы Ул сабый саҡтан һеңә. Шәжәрә төҙө балаңа — Ниндәй ҡеүәтле тамыр! Бер ҡәүемдең вариҫтары Бер- берен һәр саҡ таныр. Башҡортса ярат балаңды — Һөйөп ал арҡаһынан. Бала наҙҙы һәр саҡ көтә Әсәһе, атаһынан. Башҡайынан да һыйпап ал, Ул яратыуҙы тойһон. Мөхәббәтле был донъяла Йәненә һөйөү тулһын. Лариса Абдуллина.

