#ЛицаОбразования
#ЛицаОбразования Балаларҙың яратып уҡыған иң ҡыҙыҡлы, күңелле рәсем һәм музыка предметтарын Билал урта дөйөм белем биреү биреү мәктәбендә Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы Хәйҙәрова алып бара. Шул уҡ ваҡытта ул директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары ла. Һәмән ауылы ҡыҙы Рәшиҙә Райхана һәм Ғәфүр Нүрғәлиндарҙың өс ҡыҙы араһында- иң олоһо. Урындағы мәктәпте тамамлағас та, ул тыуған мәктәбенә пионер вожатый булып эшкә килә һәм ситтән тороп Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлай. Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы үҙенең яратҡан эшенә бөтө күңелен һалып эшләй, яңынан –яңы идеялар, тәҡдимдәр менән уҡыусыларҙы төрлө ҡыҙыҡлы кластан тыш эштәренә йәлеп итә белә. Уны һәр саҡ балалар уратып ала, сөнки ул йомшаҡ һүҙле, тыныс, позитив ҡарашлы,кеше йәнле,изге күңелле, бер ваҡытта ла берәүҙе рәнйетмәй, һәр саҡ алтын уртаҡлылыҡты таба белә. Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы иптәше менән өс бала тәрбиәләй. Өйөндә ул уңған хужабикә, гөлдәр үҫтерергә ярата. Ауылда үткәрелгән сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә ситтә ҡалмай ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнай. Уҡытыусылар көнө айҡанлы Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙын ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға яңынан- яңы үрҙәр, ижад емеше, һаулыҡ, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.