Баймаҡ интернат мәктәбе, лицей- интернаты тарихында ҙур урынды биләгән, оло хөрмәткә ла...
Баймаҡ интернат мәктәбе, лицей- интернаты тарихында ҙур урынды биләгән, оло хөрмәткә лайыҡ булған мәғариф ветераны-талантлы уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар Баймаҡ интернат - мәктәбенең директор урынбаҫары булып эшләгән оҫта етәксе, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Бикбердина Руфа Харрас ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй! Республика, район кимәлендәге хеҙмәттәре, юғары һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Руфа Харрас ҡыҙы "Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы" ордены, "Хеҙмәт батырлығы" миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән ихтирамлы педагог. Бик күп йылдар дауамында яуаплы вазифаларҙы биләгән оҫта етәксе, коллективында ҙур абруй ҡаҙанған оло шәхес ул! Хөрмәтле Руфа Харрас ҡызын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхеткә тулы оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ! Уважаемый педагог, ветеран образования награжденный орденом "Трудового Красного Знамени", медалью "Трудовая доблесть", Заслуженный учитель России и Республики Башкортостан Бикбердина Руфа Харрасовна отмечает свой 90-летний юбилей! Поздравляем! Источник: Открыть