15 октябрҙә Күсей ауылы мәктәбендә күренекле педагог, ғалим, легендар «Әлифба» китабыны...
15 октябрҙә Күсей ауылы мәктәбендә күренекле педагог, ғалим, легендар «Әлифба» китабының авторы Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған методик осрашыу үтте. А.Ә. Ғәлләмовтың методикаһы туған телгә һаҡсыл ҡараш һәм ике телдә уҡытыу үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡоролған. Уның күренекле, бөйөк эштәренең береһе — «Әлифба» китабы 46 тапҡыр яңынан нәшер ителә һәм Лейпцигта Халыҡ — ара китап йәрминкәһендә танылыу ала. Абдрахман Әбдрәхим улының исемен мәңгеләштереп тыуған ауылы Күсейҙә уның исеме менән урам һәм мәктәп музейы аталған. Бөгөнгө көндә беҙ хаҡлы рәүештә күренекле яҡташыбыҙ менән, уның мәғариф өлкәһендәге мираҫы менән ғорурланабыҙ. Методик осрашыу - бөйөк яҡташыбыҙҙың Ватаныбыҙға, кешеләргә хеҙмәт итеүен, үҙ һөнәренә тоғро ҡалыуын оло ихтирам менән иҫкә төшөрөү мөмкинлеге булды. 15 октября в МОБУ ООШ с. Кусеево прошла методическая встреча, посвящённая 100‑летию со дня рождения Абдрахмана Абдрахимовича Галлямова — выдающегося педагога, учёного, автора легендарного башкирского букваря «Әлифба». А. А. Галлямов заложил основы системного обучения грамоте в национальных школах. Его методика строилась на бережном отношении к родному языку и учёте особенностей двуязычного обучения — и эти принципы остаются востребованными и сегодня. Букварь «Әлифба» долгие годы был главным пособием для первоклассников, помогал детям делать первые шаги в мире родного слова. В 1974 году издание отметили дипломом Международной книжной ярмарки в Лейпциге, а сам педагог был удостоен медали К. Д. Ушинского. Благодарим всех участников за искренность, глубину и преданность делу! Именно такие встречи делают педагогическую традицию живой и передают её из поколения в поколение. Источник: Открыть