#Милли_белем_биреү — 29 декабря 2025 г. в 10:33:51.387
#Милли_белем_биреү #М_И_исемендәге_прогимназия Мәктәптә уҡыусыларҙың туҡланыуын контрольдә тотоу буйынса асыҡ ишектәр көнө Бөгөн мәктәптә ата-әсәләр өсөн туҡланыуҙы контролләү буйынса асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды. Сара ай һайын ойошторола һәм «Башҡортостан ата-әсәләре — сәләмәт туҡланыу яҡлы» республика акцияһы сиктәрендә үтә. Ата-әсәләр мәктәп ашханаһында булдылар, меню менән таныштылар, туҡланыуҙың сифаты һәм ойошторолоуы буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр. Бындай саралар балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларға әүҙемлектәре өсөн ҙур рәхмәт! 🌱💚 #Башҡортостан_ата_әсәләре_сәләмәт_туҡланыу_яҡлы

