#Милли_белем_биреү — 22 января 2026 г. в 11:02:42.160
#Милли_белем_биреү Прогимназиябыҙҙа 4-се кластар өсөн Альфа-Банк вәкиле менән файҙалы һәм фәһемле осрашыу үтте. Ошо уртаҡ ҡағиҙәләрҙе әйтеп еткерҙеләр: 🔹 банк картаһы нимә ул һәм уны дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләре; 🔹 шәхси кабинет һәм мобиль ҡушымта менән эшләү; 🔹 мошенниктарҙан нисек һаҡланырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү; 🔹 заманса кешегә банк карталарын ҡулланғанда белергә тейешле мөһим мәғлүмәттәр. Осрашыу бик файҙалы һәм актуаль булды. Уҡыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм финанс хәүефһеҙлеге буйынса кәрәкле мәғлүмәттәр алды. #ФинансГрамоталылығы #АльфаБанк

