21 декабрҙә, Рәсәйҙә Күп балалы ғаиләләр көнө үтә. Күркәм датаны тәүге тапҡыр бөгөн Баш... — 22 декабря 2025 г. в 06:39:03.789
21 декабрҙә, Рәсәйҙә Күп балалы ғаиләләр көнө үтә. Күркәм датаны тәүге тапҡыр бөгөн Башҡортостанда ла билдәләйҙәр. Дәүләттең нигеҙе - ныҡлы, татыу ғаиләләрҙә. Берҙәм ғаилә ҙур бәхет булыу өҫтөнә тауҙай оло хеҙмәт тә. Ата-әсәнең көндәлек тынғыһыҙ тырышлығы өсөн иң юғары баһа – бәхетле, имен-һау, уңышлы, ғорурланырлыҡ балалар үҫтереү! М.Исҡужин исемендәге прогимназияһының 2 класында тап бына шундай өлгө булырҙай,татыу #Аҡһаровтар, #Әхтәмовтар, #Вәлиевтар, #Ғөбәйҙуллиндар, #Кәримовтар, #Ҡусмаевтар, #Солтановтар, #Тимершиндар, #Хисамовтар, #Ширниндар, #Юлдыбаевтар, #Ялсыҡаевтар ғаиләләренән балалар шатланып,тырышып уҡыйҙар,тип ғорурланып, әйтеп була. Ғаиләләргә сәләмәтлек,именлек,бәхет теләйбеҙ! https://vk.ru/wall70763729_3778

