#Милли_Мәктәп — 19 июня 2026 г. в 14:34:14.043
#Милли_Мәктәп #МИсҡужинИсемендәгеПрогимназия #ПрогимназияИмениМИскужина ☀💦🫧Ҡояш, һауа, һыу - сәләмәтлек нигеҙе! «Беҙҙең лагерҙа иң яратҡан шөғөл — бассейн!», тип шатланып, балалар бөгөн һыу инделәр. Был урында йөҙөү генә түгел, ә дуҫтар менән аралашыу, көлкө, шатлыҡ һәм йәйге кәйеф берләшә. Бассейнда һыу инеү — ул сәләмәтлек һәм лагерь көндәре тураһында иң йылы хәтирәләр ҡалдыра. Ҡояшлы көндөң дауамы булып, саф һауала Советтар майҙанында "Су-е-фа" чемпионаты үтте. 🎨⚽♟Төшкө аштан һуң мәктәптә ҡыҙҙар һүрәт төшөрһәләр, ә малайҙар туп менән "Өйрәктәр һәм һунарсылар"ҙы уйнанылар һәм шашка ярышында ҡатнаштылар.

