ШАҒИР ҺҮҘЕ — 1 июля 2026 г. в 05:43:31.562
ШАҒИР ҺҮҘЕ Рәмил ЙӘНБӘК МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан - төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йөрәгем һин. Һулап туймаҫ - һауаларың, Йомарт ерең - иҫ китмәле! Байлығыңды һанар өсөн Белеп торам һүҙ етмәҫен. Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө, Иҫкән елгә тулҡын һирпә. Башын эйгән башаҡтарҙа Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә. Хазинаға, Башҡортостан, Һәр тарафың һинең тулы. Ҡабынғанһың уралымдың Күкрәгендә йондоҙ булып. Уйымда һин, ҡанымда һин, Башҡортостан - ғәзиз әсәм. Киң ватандан ҡеүәт алып, Мәңге балҡы, мәңге йәшә! Башҡортостан - ғәзиз әсәм.

