Ике көн Мөхәммәт Исҡужин исемендәге прогимназия балалар баҡсаһында яңы йыл иртәлектәре ... — 26 декабря 2025 г. в 12:54:05.606
Ике көн Мөхәммәт Исҡужин исемендәге прогимназия балалар баҡсаһында яңы йыл иртәлектәре үтте. Байрамса биҙәлгән зал балаларҙы күңелле Яңы йыл музыкаһы һәм сағыу уттар менән ҡаршы алды. Балалар матур,ғәжәп,шәп, күңелле йәнлектәргә,әкиәт персонаждарына әүерелде. Күптән көткән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бабай, Мәскәй әбей менән матур шыршы янында күңел астылар. Етеп килгән Яңы 2026 сы йыл һәр беребеҙгә мул һаулыҡ, именлек, илебеҙгә Тыныслыҡ килтерһен!

