#2026_Ҙур_һәм_татыу_ғаилә_йылы — 28 января 2026 г. в 10:10:49.961
#2026_Ҙур_һәм_татыу_ғаилә_йылы #Милли_белем #Башҡорт_ғаиләһе_йылы #Прогимназия_имени_Мухамета_Искужина 2026 йыл -Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Ә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иһә 2026 йылды "Башҡорт ғаиләһе йылы" тип иғлан итте. 3 Б класы уҡыусылары араһында күмәк ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар байтаҡ, 12 ғаиләлә өс һәм унан күберәк балалар үҫә. Барыһына ла үрнәк булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе- Эльза һәм Илдар Ниғматуллиндар. Был ғаиләлә дүрт бала, барыһы ла тырыш, аҡыллы,барыһы ла милли мәктәптә уҡыйҙар.Башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана. Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай-әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Ғаилә – ул һәр кемдең оло таяныс урыны.Һәр кем үҙ ғаиләһендә үҙенә рухи көс, дәрт ала, йән тыныслығы таба. Күмәк ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар татыу, ныҡлы була. Ә инде ғаиләләр ныҡлы булһа, илебеҙ ҙә көслө була. от Васили Кимовны

