🌼🍃Тиҙҙән йүкәләр ҙә сәскә атыр. Йыйып ҡалығыҙ! Ә йүкә сәскәһе нимәһе менән файҙалы һуң? — 11 июня 2026 г. в 17:33:09.238
🌼🍃Тиҙҙән йүкәләр ҙә сәскә атыр. Йыйып ҡалығыҙ! Ә йүкә сәскәһе нимәһе менән файҙалы һуң? Йүкә сәскәһе — температураны төшөрә, йүтәлде баҫа, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын көйләй, нервыларҙы тынысландыра һәм бөйөрҙән таштарҙы сығарырға булыша. ✓️ Һалҡын тейгәндә, грипп һәм йүтәлдән: 15 грамм сәскәгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 20-30 минут төнәткәс, һөҙөп, бал ҡушып эсегеҙ. ✓️ Йоҡоһоҙлоҡтан: 1 аш ҡалағы йүкә сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуҙа сәй кеүек бешереп эсегеҙ. ✓️ Бөйөрҙәр елкенгәндә: 1-әр сәй ҡалағы йүкә сәскәһе менән етен орлоғон (семена льна) 1 стакан ҡайнар һыуҙа сәй һымаҡ бешерегеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә тәҡдим ителә. ✓ Стоматит һәм пародонтоздан (ауыҙ ҡыуышлығы өсөн): 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы сәскә һалып төнәтегеҙ. Уға 5 грамм сода өҫтәп, көнөнә 4-5 тапҡыр ауыҙҙы сайҡатығыҙ. ✓ Иммунитетты нығытыу һәм шлактарҙан таҙарыныу өсөн: Термосҡа 2 сәй ҡалағы йүкә сәскәһе, 1 сәй ҡалағы кесерткән, 1-2 ботаҡ сельдерей, 20 г имбир тамыры, 1 тырнаҡ һарымһаҡ һәм 1 литр ҡайнар һыу һалығыҙ. Был шифалы эсемлекте көн дауамында эсегеҙ.

