Махсус хәрби операция ветеранына ҡул менән идара иткән автомобиль тапшырылды.
Махсус хәрби операция ветеранына ҡул менән идара иткән автомобиль тапшырылды. Ҡырмыҫҡалы районы Оло Күл ауылынан Азамат Шамбазов Оборона министрлығы менән 2023 йылдың октябрендә килешеү төҙөй. 2024 йылда хәрби бәрелештәрҙең береһендә ҡаты яралана. Ике аяғы ампутациялана. Азамат Шамбазов Батырлыҡ Ордены кавалеры менән билдәләнә. Әле ул Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатында эшләй.
725 просмотров
Канал в каталоге Максиметера
1 321 подписчиков · Новости