😱Башҡортостанда өйҙө йәшен атҡан. Хужабикә һәләк булған — 18 июня 2026 г. в 10:25:39.788
😱Башҡортостанда өйҙө йәшен атҡан. Хужабикә һәләк булған Кисә төнгә ҡарай Стәрлебаш районының Күндерәк ауылында өй янып киткән. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе күрше-тирәләре 84 йәшлек хужабикәне ут эсенән алып сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмағандар. Майҙаны 60 квадрат метрлыҡ йорттан көл-күмер генә тороп ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғынға көслө йәшен сәбәпсе булыуы ихтимал. Йәшенләп ямғыр яуғанда һаҡ булығыҙ!

