Мәнфәғәтен күрергә яҙһын! — 17 июня 2026 г. в 05:29:41.536
Мәнфәғәтен күрергә яҙһын! Кисә Өфөлә 5-се тапҡыр уҙғарылған Медиайыйын беҙҙең редакция өсөн бик әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Рәсимә Фәтҡуллинаға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем тапшырҙы. Радий Фәрит улы республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн ҙур рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге ҡатмарлы осорҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәренең эше бигерәк тә мөһим. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы 2001 йылда “Торатау” гәзите үҙаллы баҫма булараҡ нәшер ителә башлағандан алып редакцияла фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ул милли баҫма менән халыҡ араһындағы бәйләнеште киңәйтеүгә тос өлөш индергән, гәзиткә яҙылыусыларҙы арттырыу буйынса ҙур эш алып барған хеҙмәткәр. - Республика башлығына киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен лайыҡлы баһалағаны, беҙгә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәтлемен. Хөкүмәт тарафынан тейешле ярҙам булғанда милли баҫманың киләсәге өмөтлө, - тигән фекерҙә Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. Коллегабыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабанда ижади үрҙәр теләйбеҙ!

