✅ Республикала «Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмә... — 23 июня 2026 г. в 14:51:54.970
✅ Республикала «Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән почётлы исем булдырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр сәйәсәте буйынса координация советы ултырышында хәбәр итте. Почётлы исемде булдырыу тәҡдимен Республика Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы әҙерләгән. Был башланғыс 29 апрелдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара комитеты ултырышында ҡаралып, хуплау тапҡан.

