👍 4 июлдә Ишем ауылы янында урынлашҡан Уҡылса яланында Ғәлиевтарҙың шәжәрә байрамы үтте. — 8 июля 2026 г. в 04:29:16.733
👍 4 июлдә Ишем ауылы янында урынлашҡан Уҡылса яланында Ғәлиевтарҙың шәжәрә байрамы үтте. Был байрамға ҡыштан уҡ әҙерлек башланды. Барлыҡ туғандарҙы барлап Солтанов Азамат ярҙамында архив материалдарын ҡулланып, 12-се быуынға тиклем шәжәрә материалдары йыйылды, аҙаҡ Ибраһимов Азамат ярҙамында банерға баҫтырып алынды. Байрамға бүләктәр алыуҙы Райхана апай менән Дилара һылыу ойошторҙо. Иң оло, иң кесе вәкилдәре, шулай уҡ быйыл алтын туйҙарын билдәләүсе Райхана һәм Әнүәр Мусиндарҙы бүләкләп киттеләр. 💫 Ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм Ғәлиевтарҙың талантлы артистары ҡатнашлығында матур концерт номерҙары бүләкләү менән аралаштырып барҙы. Аҙаҡ төрлө милли уйындар үткәреп, бергә табын артында йыйылыштыҡ. 🙌 Был байрамды ойошторорға ярҙам итеүсе барлыҡ ауылдаштарға рәхмәтемде еткерәм! Гөлнара Хәбирова.

