Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып — 8 июля 2026 г. в 01:52:58.220
Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды. Дуҫтар! Һеҙҙең дә салғы тотоп бесән сапҡығыҙ килеп киттеме? 💚 Шундай күңел йылытҡыс видео өсөн Этҡол ауылынан яҡташыбыҙ Розалия Ҡыҙрасоваға рәхмәт.

