❗ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте — 16 июля 2026 г. в 03:57:47.176
❗ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 📅 16-20 июлдә төбәктә урыны менән һыуҙың туғайға сығыуы, түбән урындарҙы һыу баҫыуы көтөлә. - Әгәр һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ерҙә йәшәһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм аҙыҡ-түлек запастарын өҫкө ҡатҡа йәки бейегерәк урынға күсереп ҡуйығыҙ. Тышта йөрөгәндә һелкенеп торған ҡоймаларҙы һәм ағастарҙы урап үтегеҙ, өҙөлгән электр сымдарына яҡын килмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!— тип иҫкәрттеләр ведомствола. Бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +22, +27°.

