✅ Көҙән ауылынан Сәриә менән Айнур Ишмөхәмәтовтар - районыбыҙҙың йәш, матур ғаиләһе. Та... — 25 июля 2026 г. в 11:19:42.401
✅ Көҙән ауылынан Сәриә менән Айнур Ишмөхәмәтовтар - районыбыҙҙың йәш, матур ғаиләһе. Тап уларҙың "Минең яратҡан ғаиләм" конкурсында еңеү яулауына аптырайһы түгел. Улар берҙәм, тырыш, һоҡланғыс. Был аҙнала редакцияға инеп сыҡҡан Сәриә менән Айнурға, улдары Айҙарға бүләккә сәйнүк һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин исемендәге паркка сертификаттар тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, был матур сәйнүкте баҫмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилей кисәһенә Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзының “Мәҙәниәт илсеһе” миҙалы эйәһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены кавалеры Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова "гәзит уҡыусыларға бүләккә булыр", тип алып килгән ине. Ишмөхәмәтовтар уны һис шикһеҙ ҡәҙерләп тотонор, тигән уйҙабыҙ.

