Башҡорттарҙа сәй церемонияһы ҡағиҙәләре🍵😊 — 25 июля 2026 г. в 02:33:24.090
Башҡорттарҙа сәй церемонияһы ҡағиҙәләре🍵😊 ☕Иртән торғас та сәйгә һыу ал. ☕Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон. ☕Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара👆: тәүҙә сәй эс. ☕Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә. ☕Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап. ☕Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр. ☕Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт. ☕Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал. ☕Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат. ☕Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй. ☕Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал. ☕Йома көндө йома сәйе үткәр. ☕Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер. ☕Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ. ☕Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат. ☕Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ. ☕Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс. ☕Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә. Гөлсимә Иштанова.

