😱Әлшәйҙә һыуға батҡан малайҙы эҙләйҙәр — 24 июля 2026 г. в 13:25:12.873
😱Әлшәйҙә һыуға батҡан малайҙы эҙләйҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына 11 йәшлек малайҙың күперҙән йылғаға һикергәндән һуң йөҙөп сыҡмауы тураһында хәбәр килгән. Был хаҡта уның дуҫтары һөйләгән, кисә улар бергәләп Раевка ауылы эргәһендәге Дим йылғаһында балыҡ тотоп йөрөгән, тип хәбәр итте ҡотҡарыусылар. Бөгөн водолаздар ҙа баланы эҙләүгә ҡушыла. Балалар өлкәндәрһеҙ һыу инеүҙе тыйған билдәләр ҡуйылған урында булған. Көндәр аяуһыҙ эҫе тора, күптәр йылға-күл буйҙарына ашыға. Рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ, балаларҙы ла иҫкәртегеҙ!

