Бөгөн иртәнге һөйләшеүҙәрен иҫләп, күҙҙәренә йәш тулды. Ҡайһылай уның өсөн йәнен бирерҙ... — 24 июля 2026 г. в 06:33:36.961
Бөгөн иртәнге һөйләшеүҙәрен иҫләп, күҙҙәренә йәш тулды. Ҡайһылай уның өсөн йәнен бирерҙәй булып хафалана. Их, кеше бәхетенә ҡарап ғүмере зая уҙырмы!? Ҡапыл Марьямо үҙен бөтөнләй был донъяла кәрәкмәгән кеше итеп тойҙо. Яңағы буйлап субырлап аҡҡан мул йәштәрен ҡул һырты менән һөрттө ҡатын. Ә улары, тыйылыу белмәй, уның һайын шашып, эркелеп аҡтылар ҙа аҡтылар... Шул саҡ ағастар араһынан Әҡлимәнең һынын шәйләп ҡалды. Көндәше үрелеп-үрелеп лимон ҡыуаҡлығынан нимәлер сүпләй ине. Иркенлекте тойоп, билбауын бушатып, яулығын артҡа ҡайырып бәйләгән. Ух, йылан, бигерәк матур шул... Әрнеүҙәре көнләшеү менән бергә ҡушылып, йөрәген өттө ҡатындың. Әйтерһең, күңеленә йыртҡыс инеп ояланы: ҡан тамырҙары бүртеп, тишеп сығырҙай булып тулышты, тын юлдары быуылды. Күҙ алды ҡараңғыланып, нимә эшләгәнен үҙе лә аңламаны Марьямо... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-07-24/a-a-yu-ar-ibla-a-4760092

