Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда ике йылға яҡын ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәре үреү мен... — 31 июля 2026 г. в 03:37:06.443
Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда ике йылға яҡын ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Көн һайын иртән үҙҙәренең алдына ҡуйған бурыстарын йәғни маҡсаттарына тоғро ҡалып әүҙем эш башлайҙар. Уларҙың изге эштәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғәзиз ир - егеттәребеҙгә күрһәтелгән иң ҙур ярҙамдарҙың береһе булып тора. Маскировкалау селтәрҙәренең һәр береһен ҡатын-ҡыҙҙар йөрәк йылыһы, изге теләктәре менән бергә ҡушып үрә. Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм яуҙа йөрөгән ир-егеттәрҙең берҙәм тырышлығы илебеҙгә еңеү алып килер, тигән ышаныста ҡанаҡайҙар.

